4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2012 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Петр Коларж менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

26 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Петр Коларж етәкселегендәге Чехия Республикаһы делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе.

— Чехия Республикаһы менән хеҙмәттәшлек — Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Беҙ һәр ваҡыт был илдең матурлығы, халҡының кешелеклелеге тураһында һоҡланып һөйләйбеҙ. Беҙҙең өсөн был ысын мәғәнәһендә туғандаш ил, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Чехия Республикаһы делегацияһы менән осрашыуҙы асып.

Республика башлығы һуңғы йылдарҙа республикала был мөнәсәбәттәрҙе, айырыуса иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендәгеһенең, тағы ла әүҙемерәк үҫешеүе өсөн күп нәмә эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рөстәм Хәмитов 2001 йылда уҡ төҙөлгән республикаларыбыҙ араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң ролен айырым билдәләп үтте.

— Хеҙмәттәшлекте дауам итер өсөн бик мөһим инструмент был, — тигән фекерен белдерҙе төбәк башлығы. – Уның эшмәкәрлеген тергеҙеү мөһим.

Республика башлығы сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү кәрәклеген дә билдәләне. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда бөтөн инвесторҙар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылыуы тураһында ентекләп һөйләне. Былар ун йылға тиклем бирелеүе мөмкин булған һалым буйынса ташламалар ҙа, административ кәртәләрҙең булмауы ла.

— Бизнесты башҡаса үҫтереп булмай, беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. — Бөгөн беҙҙә дөйөм алғанда 300 миллиард һумдан ашыу суммаға 40-ҡа яҡын эре инвестпроект тормошҡа ашырыла. Беҙҙең өсөн был ҙур сумма. Бынан тыш, ошо проекттар сиктәрендә төбәктә 30 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Осрашыуҙа Чехияның Башҡортостандың иң ҙур тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе булыуы билдәләнде. Былтыр ике республика предприятиелары араһындағы тауар әйләнеше миллиард долларҙан ашыу сумманы тәшкил иткән.

— Әммә бының 99 проценты – Башҡортостандан Чехияға оҙатылған нефть һәм нефть продукттары. Был сумманың ике проценттан да аҙыраҡ өлөшө чех тауарҙарын поставкалауға тура килә, — тип проблеманы билдәләне төбәк башлығы. — Был бик аҙ. Чехия бик шәп машиналар эшләү, төҙөлөш индустрияһы техникаһы өлгөләрен етештерә, еңел сәнәғәт яҡшы үҫешкән. Сауҙа мөнәсәбәттәре тигеҙ булһын ине, тигән теләктәбеҙ.

Хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең ыңғай яҡтары булараҡ Өфө менән Прага араһында даими авиарейстар ойошторолоуы аталды. Тәүге тура рейс 2012 йылдың мартында башҡарылған, ә кисә Өфөлә «Чех авиалиниялары» компанияһының вәкиллеге асылды.

— Беҙ был ҡарарҙы хуплайбыҙ һәм, ошо авиалинияны файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк граждандарыбыҙ Европаға сәйәхәткә барып ҡайтһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн бер нисә перспективалы йүнәлеште билдәләне. Улар иҫәбендә — юғары технологиялар һәм нанотехнологиялар өлкәһе.

— Беҙҙә юғары сыҙамлы материалдарҙан һәм иретмәләрҙән эшләнгән деталдәрҙе электрохимик эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүсе завод бар. Был деталдәр медицинала, машиналар, приборҙар эшләү өлкәһендә, йыһан тармағында ҡулланыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Үҙенең параметрҙары буйынса предприятие продукцияһы сит ил аналогтарынан күпкә өҫтөн. Был станоктарҙы Япония, Германия, Бөйөк Британия, АҠШ һатып ала.

Президент әйтеүенсә, Башҡортостан артабан Көнбайыш Европа илдәрендә һатыу өсөн Чехияла берлектәге станоктар производствоһы ойошторорға әҙер.

Республика башлығы чех компанияларына энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу технологиялары технопаркын булдырыуҙа резидент булырға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов Alstom һәм РусГидроның берлектәге проектын төҙөүгә нигеҙ һалыныуын билдәләп, Башҡортостандың диалог һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы бизнес, теләһә ҡайһы өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн асыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Чехия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы һәм Ғәҙәттән тыш Илсеһе Петр Коларж һәм ҙур чех компаниялары вәкилдәре ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса бер нисә проектты ҡараны. Атап әйткәндә, Чех экспорт банкы средстволары ярҙамында Бөрөлә тормошҡа ашырылған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологияларын ҡулланылышҡа индереү тәжрибәһе тикшерелде. Йәнә автомобиль тармағы өсөн республика предприятиелары базаһында автокомпоненттар етештереү проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡаралды.

Осрашыу һуңында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Farmtec a.s компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.