Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Чехия илсеһе ҡатнашлығында Берләштерелгән сервис-виза үҙәге асылды

Йәмғиәт

Чехия Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Петр Коларж Өфөләге Берләштерелгән сервис-виза үҙәген рәсми асыу тантанаһында ҡатнашты. «Учреждение 25 майҙан эшләй, Шенген килешеүе буйынса эшләгән Европаның ете иленә визалар әҙерләй, әммә рәсми асыу тантанаһы булмағайны әле. Бөгөн рәсми рәүештә Чехия миссияһын асабыҙ, сөнки тап ошо йүнәлеш республика йәштәре араһында айырыуса популяр», — тип аңлатты Өфөләге Берләштерелгән сервис-виза үҙәгенең етәксеһе Светлана Хәкимова.

Бөгөн Петр Коларж «Чех аэролиниялары» («Czech Airlines») авиакомпанияһының «Өфө» халыҡ-ара аэропортындағы вәкиллеген асыу тантанаһында ла ҡатнашты.

Светлана Хәкимованың хәбәр итеүенсә, был хеҙмәт Башҡортостан халҡында ҙур һорау менән ҡулланылырына иҫәп тотоп, виза үҙәген ойоштороусы — VFS Global халыҡ-ара компанияһы яҡын арала Өфө халҡына Францияны, Финляндияны һәм Гренландия менән Данияны ла «асырға» ниәтләй.

Теги: сервис
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть