4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июнь 2012 йыл, 16:53

28 июндә Наркоманияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан ҡыҙыу линия ойошторола

автор: Эльмира Сабирова

Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге 28 июндә «Яҡыныңа ярҙам» темаһына ҡыҙыу линия үткәрә. Ул Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнөнә арнала.

Алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелектән дауалауға, шулай уҡ йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында наркоманияны иҫкәртеүгә бәйле һорауҙарға Республика наркология диспансеры, Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы белгестәре һәм Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге педагог-психологтары яуап бирәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.

Шылтыратыуҙар 15 — 17 сәғәттәрҙә 8 (347) 273-09-00 телефонына ҡабул ителә.

темалар: ҡыҙыу линия