Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Әбйәлилдә ауылдаштар осрашыуы үтә

Йәмғиәт

Әбйәлил районында традицион «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтә. Беренсе булып осрашыуҙы район үҙәге янындағы ҙур булмаған Ярлыҡап ауылы халҡы үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ошо арала бөтә республиканан һәм күрше өлкәләрҙән ҡайтҡан ауылдаштарын Йәлембәт, Селивановка, Мәхмүт ауылы халҡы ҡаршы алды. Байрамға әҙерлек барышында бөтә ауыл биләмәләре, йәмәғәт биналары, зыяраттар төҙөкләндерелә, юлдар ремонтлана.

«Һаумыһығыҙ. ауылдаштар» байрамы сиктәрендә Байым ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған Рәхмәт ауылында Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына, Рәсәй Федерацияһындағы Тарих йылына арналған Урамдар байрамы үткәрелгән. Унда сәләмәт тормош алып барған 30-ҙан ашыу өлгөлө ғаилә билдәләнгән. Йырсы Абдулла Солтанов, Учалы районы Баттал ауылының «Осҡон» балалар бейеү ансамбле, Байым мәҙәниәт йорто коллективы ҡатнашлығында концерт байрамдың иң сағыу биҙәгенә әүерелгән.

Теги: байрам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть