3 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2012 йыл, 16:23

Силәбелә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповҡа мемориаль таҡтаташ асыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

8 июлдә Силәбелә Көньяҡ Урал көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, ҡаланың почетлы гражданы Харис Йосоповҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үткәреләсәк. Таҡтаташ күренекле тренерҙың һуңғы 20 йыл дауамында йәшәгән йортонда (Цвиллинг урамы, 36) ҡуйыла.

Мемориаль таҡтаташ билдәле спортсының улдары — Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов инициативаһы менән асыла.

Башҡортостандың Салауат районында тыуып үҫкән Харис Монасип улы Йосопов (1929–2009) – төрлө көрәш төрҙәре буйынса мастер (ирекле көрәш, классик көрәш, самбо, дзюдо, көрәш). Уның исеме сит илдәрҙә лә билдәле. Данлыҡлы көрәшсенең тәрбиәләнеүселәре донъя күләмендәге ярыштарҙа Рәсәй данын яҡлап сығыш яһай, Франция, Монголия, Төркиә, Алжир һәм Японияла тренер булып эшләй.

Харис Йосопов спорт эшмәкәрлегенән тыш, ижтимағи-сәйәси, уҡытыусылыҡ эше менән дә әүҙем шөғөлләнә, Урал дәүләт физкультура университетының көрәш кафедраһы профессоры була. Бихисап орден-миҙалдар, шул иҫәптән Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

1994 йылдан алып йыл һайын көрәш буйынса Харис Йосопов исемендәге бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла.

«Башинформ» агентлығына Башҡорттар ҡоролтайы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Динә Нафиҡова хәбәр итеүенсә, таҡтаташ асыу тантанаһында Силәбе өлкәһе етәкселәре лә ҡатнашасаҡ.