4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июнь 2012 йыл, 15:26

Рөстәм Хәмитов РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән эш осрашыуы үткәрҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

26 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты. Унда һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, илдең һайлау системаһын һәм уға бәйле үҙгәрештәрҙе һәм яңылыҡтарҙы камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Йәнә ил субъекттарының һайлау комиссиялары һәм сәйәси партиялар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу кәрәклеге тураһында һүҙ алып барылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

— Беҙҙең өсөн бындай осрашыуҙар ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һайлау процесына ныҡлы иғтибар бүләбеҙ, ул асыҡ, ғәҙел, үтә күренмәле булһын, тип тырышабыҙ. Күп осраҡта быға өлгәшәбеҙҙер, тип уйлайым, һәм беҙ был эште – һайлауҙар ваҡытында асыҡлыҡҡа, билдәлелеккә йүнәлтелгән эште дауам итәсәкбеҙ. Рәсәйҙең иң ҙур субъекттарының береһе булараҡ Башҡортостан Республикаһы ла билдәле дәрәжәлә бындай эштең өҙөклөктәрһеҙ һәм эҙмә-эҙлекле булырға тейешлегенә йүнәлеш бирәлер, моғайын, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Уҙған һайлауҙарға туҡталып, ул дөйөм алғанда халыҡтың Владимир Путинды ла, дәүләт башлығы алған курсты ла хуплауын билдәләне.

— Республикала Үҙәк һайлау комиссияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Был эшлекле хеҙмәттәшлек, Башҡортостандың Һайлау комиссияһына власть структуралары тарафынан бер ниндәй ҙә административ баҫым күрһәтелмәй. Коллегалар тыныс шарттарҙа эшләй, башлыса бурыстарын теүәл башҡара. Әле Үҙәк һайлау комиссияһының составы яңырҙы. Күсәгилешлек булыуы, бер үк ваҡытта эшкә яңылыҡ алып инәсәк яңы кешеләр булыуы ла һәйбәт. Шуға күрә эшләүҙе дауам итәбеҙ, кәрәк булған осраҡта беҙҙең яҡтан ярҙам буласаҡ. Бындай зарурлыҡ булмағанда, әлбиттә, Үҙәк һайлау комиссияһы, иң элек, үҙ аллы эшләй, — тип белдерҙе төбәк башлығы.

Владимир Чуров декабрь һәм марттағы федераль кампания буйынса республикаға ҡарата иҫкәрмәләр булмауын билдәләне.

— Кампаниялар тыныс үтте. Беҙ был һайлауҙарға әҙерлек буйынса әүәлге составтағы комиссия эшмәкәрлеген юғары баһалайбыҙ. Һәм республиканың һайлау комиссияһының яңы составы өмөттәребеҙҙе аҡлар, тип ышанабыҙ, бигерәк тә уларға тиҙ үҙгәреүсе һайлау ҡануниәте шарттарында эшләргә тура килгәндә. Сәйәси партиялар иҫәбе лә артасаҡ. Һуңғы биш йылда Рәсәйҙең һайлау системаһында беҙ бөтөн сәйәси партиялар менән дә хеҙмәттәшлекте яйға һалдыҡ. Беҙ был эште 23 партия булғанда башланыҡ һәм элек булған партияларҙың барыһын да һаҡлап ҡалыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Шуны ла иҫегеҙгә төшөрөп үткем килә: беҙ 2003-2004 йылдар циклында бирелгән эфир өсөн сәйәси партияларҙың бурыстарын «ярлыҡауға» ҡағылышлы закондағы үҙгәрештәрҙең инициаторы булдыҡ. Ошо рәүешле барлыҡ фирҡәләрҙе лә һаҡлап ҡалырға ынтылдыҡ. Һөҙөмтәлә ете партия ҡалды. Әле беҙ Юстиция министрлығында теркәлгән 30-лаған сәйәси партияның уставын алдыҡ. Хәйер, уларҙың күбеһенә әле икенсе этапты үтергә, йәғни Рәсәй субъекттарының яртыһынан ашыуында төбәк бүлексәләре булыуын раҫларға тура киләсәк. Был этап улар өсөн аңлайышлы һәм үтә алырлыҡтыр, тип уйлайым, — тине РФ Үҙәк һайлау комисияһы башлығы.

— Республика һайлау комиссияһы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе — элегерәк теркәлгән ете партия менән булған кеүек, яңы сәйәси партиялар менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, уларҙы эшкә йәлеп итеү. Айырыуса был беҙҙең өсөн үтә мөһим булған ҡануниәттәге үҙгәрешкә — участка һайлау комиссияларын даими нигеҙҙә биш йылға формалаштырыуға күсеүгә бәйле. Беҙ биш йыл дауамында ошоноң өсөн тырыштыҡ. Ниһайәт, был төҙәтмә икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә ул ҡалдырылыр, тип уйлайым. Был бик мөһим үҙгәреш. Беренсенән, участка һайлау комиссиялары ағзаларының яуаплылығы бермә-бер артасаҡ. Улар үҙҙәренә ышанып тапшырылған эш өсөн һайлауға тиклем бер ай ҡалғас һәм рәсми йомғаҡ яһауға тиклем бер нисә көндә генә түгел, ә биш йыл дауамында яуап бирәсәк. Икенсенән, был беҙгә уларҙы яҡшыраҡ әҙерләү мөмкинлеге бирә. Беҙҙә һайлау системаһының ҡатмарлы булыуы аңлашыла – техник яңыртыу ҙа, техник яңылыҡтар ҙа күп, веб-камералар аҫтында эшләү үҙе лә беҙҙең өсөн яңылыҡ. Бындай яуаплы участкала эшләү өсөн кешене бер айҙа әҙерләп өлгөрөп булмауы аңлашыла. Психологик яҡтан да ауыр, юридик йәһәттән грамоталы булырға ла кәрәк. Шуға күрә был төҙәтмәнең ҡабул ителеүе беҙҙең өсөн үтә мөһим булды. Мартҡа бөтә ил буйынса биш йылға 90-дан ашыу участка һайлау комиссияһы формалаштырырға тейешбеҙ. Иңенә ҙур яуаплылыҡ аласаҡ, мөмкин тиклем эшкә һәләтле участка һайлау комиссиялары төҙөр өсөн бында, әлбиттә, сәйәси фирҡәләр ярҙамы ла, бөтә кимәлдәге хакимиәттәрҙең ярҙамы ла кәрәк буласаҡ, — тип белдерҙе Владимир Чуров.

Уның әйтеүенсә, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләрен һайлауға әҙерлек бөгөнгө көндә иң мөһим эш булып тора.

— Иң кәмендә, тәүге дүрт кампания 14 октябрҙә үтәсәк. Киләһе йылдағы берҙәм тауыш биреү көнөндә ошондай күпме һайлау үтәсәге әлегә теүәл генә билдәле түгел. Был да яңылыҡ, һәм ул субъекттарҙың һайлау комиссияларынан айырыуса ҙур иғтибар, хоҡуҡи һәм ойоштороу әҙерлеге талап итәсәк, — тине Чуров. — Беҙ финанслау буйынса ауырлыҡ күрмәйбеҙ. Рәсәй Федерацияһы бюджеты етерлек күләмдә аҡса бүлә. Беҙ уның ҙур өлөшөн төбәктәргә күсерәбеҙ. Федераль кампанияларға һайлауҙар тарихында беренсе тапҡыр аҡсаның 100 процентын тиерлек субъекттарға күсерҙек, һәм, әйтергә кәрәк, федераль бюджеттан алғандан һуң бер тәүлек эсендә эшләнде был эш. 20 йыл эсендә бер ҡасан да бындай хәл булғаны юҡ ине. Киләһе йылда Рәсәйҙең әлеге һайлау системаһына 20 йыл тула. Тотҡарлыҡ ике аҙнаға ла еткән саҡтар булды, әле – ни бары бер тәүлек. Был финанслау буйынса үтә күренмәлелектең артыуын да дәлилләй. Сығымдарҙы ла хәҙер ныҡ контролдә тотабыҙ. Һәм аҡса Мәскәүҙә тотҡарланмаһын өсөн тырышабыҙ. Беҙҙең өсөн 2015 йыл – сираттағы 2016-2018 йылдарҙағы федераль кампания алды мөһим осор буласаҡ. Йәғни 2016 йылдың көҙөн тулы әҙерлектә ҡаршы алыр һәм һайлауҙарҙы тағы ла ентекләберәк һәм таҙараҡ үткәрер өсөн, 2015 йылда беҙ техник үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тамамларға, бөтә ойоштороу мәсьәләләрен дә хәл итергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

Ошо уҡ көндө Владимир Чуровтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән эш осрашыуы үтте. Республика парламенты башлығы территориаль һайлау комиссияларын төҙөгәндә барлыҡҡа килеүсе кадрҙар мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе фекеренсә, комиссия хеҙмәткәрҙәрен матди яҡтан ҡыҙыҡтырырға кәрәк. Уларҙың эше ауыр, стрестарға бәйле. Өҫтәүенә, һайлауҙар ваҡытында ҙур суммала аҡса килә, бик йыш әҙерлекле кешеләр ҡатнашлығындағы һәр төрлө провокациялар ойошторола.

Яҡтар һайлау процесының торған һайын асығыраҡ була барыуы, быға ҡануниәтте камиллаштырыу, шул иҫәптән һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы артыуы арҡаһында өлгәшелеүе менән ризалашты.