7 декабрь, Шаршамбы

26 июнь 2012 йыл, 13:20

Башҡортостанда иң яҡшы социаль тур маршруттары һайланды

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн 2012 йылға социаль турҙар маршруттары буйынса тәҡдимдәрҙе һайлап алыу буйынса эксперттар советы ултырышында пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн маршруттар исемлеге төҙөлдө. Ултырыш Өфөлә, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында, үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 майындағы ҡарары менән 2012-2016 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» айырым маҡсатлы программаһының 2012 йылға «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» ярҙамсы программаһы раҫланды.

Эксперттар советы составына БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Туриндустрия союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе, Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы вәкилдәре инә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 июндән 22-һенә тиклем БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туристик ойошмаларҙан социаль тур маршруттары буйынса тәҡдимдәр ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә эксперттар советына тикшереүгә ун ете туроператорҙың тәҡдимдәре тапшырылған. Улар барыһы ла ҡуйылған талаптарға ярашлы маршруттар әҙерләгән. Ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыуҙа Берҙәм федераль туроператорҙар реестрына үҙҙәре тураһында мәғлүмәт биргән туристик ойошмалар ғына ҡатнаша ала. Йәнә ярҙамсы программа менән коляскалағы инвалидтарға, оҙатып йөрөүселәре менән инвалид балаларға туристик хеҙмәттәр күрһәтеү ҡаралғанға күрә, туристик ойошмаларға ошо категорияға ингән граждандарға ла тейешле турҙар әҙерләргә тәҡдим ителгәйне.

Әйтергә кәрәк, былтыр тормошҡа ашырылған социаль туризмды үҫтереү программаһын халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды. Яңы проект уның логик дауамы булып тора һәм тупланған тәжрибәне, халыҡтың социаль йүнәлешле туристик хеҙмәттәргә ихыяжын иҫәпкә алып төҙөлгән.

Программала пенсионерҙарға һәм инвалидтарға бюджет аҡсаһы иҫәбенә субсидиялар биреү ҡаралған. Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән граждандар, «Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһына хоҡуғы булған 60 йәше тулған ир-егеттәр һәм 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ коляскала ултырған инвалидтар, инвалид балалар һәм уларҙы оҙата барыусы яҡындары ошо программала ҡатнаша ала.

Туристик йүнәлтмәләр алыуға заявкалар йәшәү урыны буйынса БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарында ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетында.