3 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2012 йыл, 11:54

Иң яҡшы штукатурҙар, плиткасылар һәм малярҙар билдәләнәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда төҙөүселәр араһында өс этаптан торған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткәреләсәк. Үҙ һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеменә штукатурсылар, плиткасылар һәм малярҙар көс һынаша. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ташсылар үҙҙәре араһында иң яҡшыһын асыҡланы ла инде – был исемгә «Башгражданстрой» тресынан Алексей Юлкин менән Вадим Никитин лайыҡ булды.

Бынан тыш, Белгород өлкәһенең Иҫке Оскол ҡалаһында Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Унда Алексей Юлкин ҡатнашты. Ярышта Рәсәйҙең 32 төбәгенән 33 ташсы оҫталығын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Белгород өлкәһе эшсеһе еңеү яуланы.

— Үкенескә күрә, быйыл еңеүселәр исемлегенә инә алманыҡ, шулай ҙа ташсыбыҙ республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаны, юғары һөҙөмтәләр күрһәтте, — тине БР Төҙөүселәр союзы генераль директоры Виктор Коротун.