Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ижади коллективтары Мәскәү һабантуйында ҡатнаша

Йәмғиәт

Мәскәү һабантуйында башҡорт халҡының көнкүреше һәм ижады күрһәтеләсәк. һабан байрамы баш ҡалала 30 июнгә билдәләнгән. Халыҡ байрамы Мәскәүҙең «Коломенское» дәүләт художество тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи-ландшафт музейы-ҡурсаулығында йәйелдереләсәк.

Иртәнге 11-ҙән кискә тиклем һабантуй ҡунаҡтарын башҡорт тирмәләрендә көтәләр. Бында Башҡортостандың ижади коллективтарының сығыштары ойоштораласаҡ, көнкүреш йыһаздары күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Мәскәү халҡы сувенирҙар һатып ала, башҡорт кухняһы аш-һыуҙарын тәмләп ҡарай аласаҡ.

Байрам программаһында  Башҡортостан менән Татарстандың сәнғәт оҫталарының концерты ла ҡаралған. Фольклор коллективтары айырым сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Балалар традицион халыҡ уйындарында көсөн һынап ҡарай ала.

Махсус бүленгән майҙанда ойоштороласаҡ көрәш Мәскәү һабантуйының биҙәге буласаҡ.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть