6 декабрь, Шишәмбе

26 июнь 2012 йыл, 10:24

Ҡоншаҡ районында мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Иҡсан ауылында мәсет асылды. Тантанала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мөфтөйө Ринат Раев, Ҡоншаҡ районы хакимиәте башлығы Вадим Закиров, Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Вячеслав Ғәниев, шулай уҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙың имамдары ла бар ине.

«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Динә Нафиҡова хәбәр итеүенсә, ошо ауыл кешеһе Нуриәхмәт Шахов ғибәҙәт йорто төҙөү инициативаһы менән сығыш яһаған. Уның тырышлығы, ауыл халҡының һәм меценаттарҙың ярҙамы менән төҙөлөш ярайһы тиҙ тамамлана: мәсеткә былтыр июлдә нигеҙ һалынһа, 11 айҙан ул халыҡты ҡабул итергә әҙер була. Ғибәҙәтхана манараһын биҙәгән ярым ай Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральск ҡалаһында ҡойолған.

Ҡунаҡтар мәсеткә бихисап ҡиммәтле бүләктәр тапшырған, атап әйткәндә, Вячеслав Ғәниев махсус рәүештә Мысырҙан алып ҡайтҡан ғәрәп телендәге Ҡөрьән китабын бүләк иткән.

Тантанаға йыйылыусылар, Иҡсан халҡы өсөн мәсет мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнер, тигән өмөтөн белдерә. Бында күмәкләп намаҙ уҡыласаҡ, дини эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар һәм дини байрамдар үткәреләсәк.