10 декабрь, Шәмбе

26 июнь 2012 йыл, 9:33

Өфөлә Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла

автор: Людмила Терновая

27 июндә Республика Хәрби Дан музейында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла. Унда Башҡортостандың берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, данлыҡлы осоусы-штурмлаусының тормошона һәм хәрби эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мемориаль реликвиялар, Республика Хәрби Дан музейы, БР Милли музейы, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылындағы М.Гәрәев музейы, ДОСААФ-тың Башҡортостан рспублика бүлексәһе фондтарынан фотодокументтар, БР Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивынан материалдар күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Экспозиция «М.Гәрәевтың бала сағы», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдары», «Ғаиләһе, ата-әсәһе, яуҙаш дуҫтары», «Һуғыштан һуңғы йылдар, ДОСААФ-та эшләгән ваҡыты», «Осрашыуҙар. Сығыштар. Иҫтәлектәр» кеүек бүлектәрҙән тора.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы 27 июндә сәғәт 12-лә башлана.

темалар: күргәҙмәләр