Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 227 мең гектарҙа үлән сабылды

Иҡтисад

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала 227 мең гектарҙа үлән сабылған. Планға ҡарата был 21 процентҡа тиң. 20 райондың хужалыҡтары сабынлыҡтарының дүрттән бер өлөшөндә тиерлек күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып алған. Үлән сабыу буйынса дүртөйлөләр (34 процент), мишкәләр (36 процент) һәм нуримандар (32 процент) алда бара.

Уҙған ял көндәрендәге ямғырҙарға ҡарамаҫтан, бихисап райондар мал аҙығы әҙерләү буйынса күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшкән. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда шәмбе һәм йәкшәмбелә 37 мең гектар майҙанда бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр сабылған.

Дүшәмбегә, 25 июнгә, ҡарата 112 мең тонна бесән (15 процент) һәм 264 мең тонна сенаж (11 процент) әҙерләнгән. Ошо уҡ мәлдә мал аҙығы әҙерләү эштәренең яртыһын сыҡҡан райондар ҙа бар. Тәүгеләрҙән булып бесән әҙерләү буйынса 50 процентлыҡ сикте – Шаран районы ауыл хужалығы предприятиелары, сенаж буйынса Благовещен районы эшсәндәре үткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть