8 декабрь, Кесе йома

25 июнь 2012 йыл, 17:12

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссияһы премияға дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителеүе тураһында иғлан итте. Положениеға ярашлы, премиялар 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклемге осорҙа донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективтарына бирелә.

Комиссияға ҡарауға ебәрелгән әҫәрҙәргә республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫтырылған, айырым китап итеп нәшер ителгән репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр; теле- һәм радиотапшырыуҙар; фотоһүрәттәр серияһы инә.

Материалдарҙа замандаштарҙың образы, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы темаһы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ мәсьәләһе, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше сағылдырылырға тейеш.

Премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәр БР Журналистар союзы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, теле- һәм радиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм башҡа төрлө ижади коллективтар менән күрһәтелә.

Республиканың Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, материалдар иҫәбе сикләнмәй, фотоһүрәттәр серияһы кәмендә биш фоторәсемдән торорға тейеш.

Дәғүәселәрҙең эштәре ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы, 13, БР Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡаты) адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон (факс): (347) 276-42-66.

темалар: журналистика