Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан һәм Дания ғалимдары республикала сусҡасылыҡты үҫтереү мөмкинлеген тикшерәсәк

Иҡтисад

Башҡортостандың һәм Данияның фәнни даирәләре «Инвестициялар йәлеп итеү һәм сусҡасылыҡ комплекстарын үҫтереү мөмкинлектәре, Рәсәй һәм Данияның хеҙмәттәшлек тәжрибәһе» конференцияһында тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Практиктар ҡатнашлығындағы форум Өфөлә 27 июндә үткәрелә. Башҡортостандың Фәндәр академияһы, «Баштехинформ» республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы ACO Funki дат компанияһы менән берлектә Башҡортостандың малсылыҡ комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерәсәк.

Дания — сусҡасылыҡ буйынса донъя күләмендәге лидерҙарҙың береһе, был өлкәлә технологиялар һәм ноу-хау менән тәьмин итеүсе, тип хәбәр иттеләр БР Фәндәр академияһында. Данияның сусҡасылыҡ буйынса ҡиммәтле тәжрибәһе ҡул хеҙмәте сығымын минималләштереүгә ҡайтып ҡала. Быға производствоны тулыһынса автоматлаштырыу иҫәбенә өлгәшелә.

Һуңғы арала илдең сусҡасылыҡ хужалыҡтары Данияның сусҡа аҫрау технологияларын әүҙем ҡулланыуға индерә. Ошо уҡ мәлдә белгестәр әйтеүенсә, дат технологияһы Рәсәйҙә уңышлы үҙләштерелә.

Конференцияла мал аҙығын экономиялау алымдары, ҡорамалдарға сығымдарҙы кәметеү һәм төп производство күрһәткестәрен арттырыу варианттары тикшереләсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың сусҡасылыҡ комплекстарын үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть