4 декабрь, Йәкшәмбе

25 июнь 2012 йыл, 15:43

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы «Асыҡ хөкүмәт» системаһы буйынса йәмәғәт тыңлауҙары иғлан итә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы коррупцияға ҡаршы тороу мәсьәләһе буйынса Рәсәйҙә «Асыҡ хөкүмәт» системаһын булдырыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары иғлан итә.

Айырым функцияларҙы һаҡлап ҡалыу, бөтөрөү йәки дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмаларға башҡарыуға тапшырыу өлөшөндә республиканың башҡарма власть органдары функцияларын ҡулайлаштырыу – уның төп темаһы.

Тәҡдимдәрҙе yulchurina.g@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Хаттың темаһында  «Йәмәғәт тыңлауҙары» тип билдәләү мөһим. Тәҡдимдәр 2012 йылдың 20 июленә тиклем ҡабул ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Иҡтисади үҫеш министрлығының сайтынан алырға мөмкин.