10 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2012 йыл, 14:36

Республика малсылары 1316 баш тоҡомло мал һатып алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда тоҡомло малды яңыртыу буйынса эштәр дауам ителә. Йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары 1316 баш эре мал һатып алған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 207 башҡа күберәк.

Республиканың аграр ведомствоһына мал поставкалау буйынса Венгриянан тәҡдимдәр килә. Американан башмаҡ һатып алырға теләүселәрҙән төркөм төҙөлә. Бынан тыш, республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтары ҡара-ала тоҡомло 500 тана һәм 700 башмаҡ һатырға әҙер. Шулай уҡ голштин, симменталь һәм бестужев тоҡомло башмаҡтар ҙа бар. Йәнә һуғымға үрсетергә лимузин һәм герефорд тоҡомло башмаҡтар ҙа һатыуға тәҡдим ителә.