10 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2012 йыл, 14:21

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек кәмей

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында хәлдәр яҡшырғандан яҡшыра. 2012 йыл башы менән сағыштырғанда, июнь аҙағында теркәлеүсе эшһеҙлек кимәле бер юлы бер нисә пунктҡа кәмеп, 1,34 процентҡа етте.

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек, йәғни бер вакансияға дәғүә иткән граждандар иҫәбе әле 0,35-кә тиң. Ағымдағы йылдың ғинуарында был күрһәткес Өфөлә 1,1-ҙе тәшкил иткәйне, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.

Йыл башынан алып ҡаланың хеҙмәт биржаһы ярҙамында йәмғеһе 11 мең эшһеҙ эшкә урынлашҡан.

Әлеге мәлдә баш ҡаланың вакансиялар банкында 23 меңләгән позиция иҫәпләнә. 2012 йыл башынан алып мәшғүллек үҙәгенә предприятиелар һәм ойошмалар менән 61 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бирелгән.

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөгөн 7900-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора, шуларҙың 400-ҙән ашыуы хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡып йөрөй.