5 декабрь, Дүшәмбе

25 июнь 2012 йыл, 13:01

2012 йылдың беренсе кварталында төп капиталға Башҡортостанда 25 млрд һумдан ашыу аҡса һалынған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың ғинуар-мартында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 25 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән. Был 2011 йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата 108,5 процентҡа тиң. Торлаҡҡа инвестициялар – 7,7 млрд һум, торлаҡҡа ҡарамаған биналарға 6,3 млрд һум тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

2012 йылдың өс айында дөйөм инвестициялар күләмендә үҙ средстволары 8,8 млрд һумды тәшкил иткән. Бынан тыш, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуҙан алынған килем иҫәбенә миллиардтан ашыу аҡса һалынған.