6 декабрь, Шишәмбе

25 июнь 2012 йыл, 12:17

БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы төҙөлдө

автор: Марина Шумилова

2008 йылдың 26 июнендә төҙөлгән БР Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәренең срогы сығыуы сәбәпле, әле уның яңы составы ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 71-се статьяһына ярашлы Башҡортостан Президенты Указы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Ҡарары менән 12 кешенән торған БР Үҙәк һайлау комиссияһы төҙөлдө. Нәйлә Алтынова, Хәйҙәр Вәлиев, Рифғәт Гарданов, Сергей Каменев, Ришат Лоҡманов, Руслан Ямалетдинов, Рөстәм Бикмәтов, Валерий Гета, Марина Долматова, Илдар Кәримов, Альберт Хаживәлиев, Урал Хәсәнов республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары итеп тәғәйенләнде. БР Үҙәк һайлау комиссияһы биш йыл дауамында ошо составта эшләйәсәк.

20 июндә үткән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында бер тауыштан әлеге БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтың кандидатураһын рәйес итеп һайлау өсөн Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдим итергә ҡарар ителде.

Яңы составтағы БР Үҙәк һайлау комиссияһының ойоштороу ултырышы 26 июндә үтәсәк.

темалар: һайлау