Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

«Турфест-2012» йәштәр фестивале бөтөн Башҡортостандан туристарҙы йыя

Йәмғиәт

11 — 15 июлдә Архангел районының Абҙан ауылы янында «Турфест-2012» XXII асыҡ республика йәштәр фестивале үткәрелә.  Ул Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.

Фестивалде БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Архангел районы хакимиәте, Башҡортостандың Туристик-спорт союзы, Республика йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге ойоштора.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, турфесттың ҡатнашыусылары — Башҡортостан райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән йәштәр командалары (35 йәшкә тиклем). Фестиваль спорт ярыштары һәм конкурстар кеүек ике өлөштән тора. Фестивалдең беренсе өлөшөндә йәйәүлеләр, велосипед, һыу дистанцияларын үтеү һәм туриада ҡаралған. Конкурс программаһына «Йыр», «Визитка», «Бивак» һәм «Фотография» конкурстары инә.

Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, дипломдар, миҙалдар һәм бүләктәр аласаҡ.

«Турфест-2012» фестивалендә ҡатнашыуға заявкалар 3 июлгә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть