Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостан питомниктарында урман культураларын сәсеүгә 50 га ер бүленгән

Йәмғиәт

Башҡортостан питомниктарында урман культуралары орлоғон сәсеүгә бүленгән ерҙең дөйөм майҙаны 2012 йылда 50 гектарҙы тәшкил итте.

— Ағас ултыртҡанда ылыҫлыларға – ҡарағайға, шыршыға һәм ҡарағасҡа өҫтөнлөк бирелде. Бынан тыш, питомниктарҙа әле уҙған йылдарҙа сәселгән урман культураларын агротехник тәрбиәләү эштәре алып барыла. Шул уҡ мәлдә питомниктарҙың күбеһендә һыу һибеү ойошторолған, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге начальнигы Марат Кәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әлеге ваҡытта БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында йөҙҙән ашыу питомник иҫәпләнә. Ошо уҡ ваҡытта пландан тыш йыйылған орлоҡ иҫәбенә урман культуралары сәсеүгә бүленгән майҙандар йыл һайын арта ғына бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть