10 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2012 йыл, 18:03

Башҡортостан Президенты Донъя әҙәбиәте институты директоры Александр Куделин менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

22 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институты директоры Александр Куделин менән осрашты. Академик Башҡортостан баш ҡалаһына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллыҡ юбилейына килгән.

Осрашыуҙа Институттың Башҡортостанда көнсығышты өйрәнеү өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Институтыбыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан, ярҙам итергә тырышабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Әммә финанслау буйынса өҫтөнлөк Рәсәй Фәндәр академияһы яғында. Шулай булырға тейеш тә. Был дөрөҫ. Сөнки был Рәсәй Фәндәр академияһы институты. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ғилми эшмәкәрлек һүнмәһен, унан да бигерәк үҫешһен өсөн тырышабыҙ. Быны башҡарыу ауыр, әммә кәрәк. Быны тулы яуаплылыҡ менән әйтәм. Фәндән сыҡҡан кеше булараҡ, был ҡатмарлы ваҡытта эшләүе, финанстар, ресурстар табыуы ни тиклем ауыр булғанын аңлайым, — тине Рөстәм Хәмитов.

Александр Куделин билдәләүенсә, «фән бүленмәй, һәм әгәр ҙә Башҡортостан ғалимдары республика мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнә икән, был хеҙмәт, төбәктә йәшәүселәрҙән тыш, башҡа халыҡтар өсөн дә ҡиммәтле. Сөнки һәр халыҡтың мәҙәниәте дөйөм донъя цивилизацияһының бер өлөшө булып тора».

— Барлыҡ халыҡтар мәҙәниәтенә ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Был үҙ-ара аңлашыуға асҡыс булып тора. Ошо йәһәттән, әлбиттә, бындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҙур эш башҡара. Ике яҡтан да ярҙам итеүебеҙгә бик шатмын. Шулай булырға тейеш тә. Институтҡа Рәсәй Фәндәр академияһы ғына түгел, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Хөкүмәт, Президент та ярҙам итә. Был бик яҡшы. Сөнки был дөйөм донъя кимәлендәге хазиналар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды академик.