11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2012 йыл, 14:28

Республикала «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы старт алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсын ойоштора. Ул 2012 йылдың 1 июлендә старт ала һәм  2013 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында 2012 йылдың 25 декабренә тиклем хәбәр итергә тейеш. Республиканың 100 иң яҡшы күп фатирлы йорто 100000 һум күләмендә аҡсалата премия аласаҡ.

Бәйгелә идара итеүҙең бер ысулы булдырылған (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ хужалары берләшмәһе булдырылған) күп фатирлы йортта йәшәүселәр ҡатнаша ала.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йорт менән таныштырыу бурысы йорт советы рәйесенә йәки йорт хужалары берләшмәһе идараһы рәйесенә йөкмәтелә. Йәнә бер талап – күп фатирлы йортта йәшәүсе граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булмаҫҡа тейеш.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы етәкселәренән, республиканың муниципаль берәмек хакимиәте башлыҡтарынан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Башҡортостандың «Йорт комитеттары союзы» вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

«2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсында ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтының «Халыҡ өсөн мәғлүмәт» бүлегендә танышырға мөмкин.