Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр етем балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итә

Йәмғиәт

Өфөлә «Беренсе тапҡыр беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам ит» хәйриә акцияһы старт алды. Йола буйынса, уны Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы үткәрә.

— Беҙҙең ҡала өсөн был мөһим социаль проект булып тора, ул айырым кешеләргә һәм ойошмаларға ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек бирә, — тине Идаралыҡ начальнигы Руслан Хәбибов.

Быйыл бала йорттарында һәм тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 100 бала тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ.

Аҡсаларҙы «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге» муниципаль учреждениеһы иҫәбенә күсерергә була.

л/сч 21304050010

ИНН 0278145591

КПП 027801001

р/счет 40701810600003000002

ГРКЦ НБ РБ Банка России г.Уфа

БИК 048073001

Йыйылған аҡсаларға мәктәп өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алынасаҡ, шулай уҡ етем балаларға байрам ойоштороласаҡ.

Аҡсаларҙы тотоноу тураһындағы отчет Опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында (www.opekaufa.ru) урынлаштырыласаҡ.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 241-43-90 телефоны буйынса алырға мөмкин. «Ғаилә» үҙәге директоры урынбаҫары – Даниленко Ирина Александровна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть