11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2012 йыл, 12:19

Төбәктә эшһеҙҙәрҙең яҡынса 40 проценты – ауыл кешеләре

автор: Галина Бахшиева

Республиканың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә әлеге ваҡытта 25 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора, уларҙың 39 проценты – ауыл кешеләре.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала эшһеҙҙәр һанының күпселек өлөшө йәғни 61 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Төбәктәге эшһеҙҙәрҙең 21 процентын – йәштәр, 11 процентын – пенсия алды йәшендәге кешеләр, 8 процентын – инвалидтар тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта хеҙмәт биржаһында иҫәптә торғандарҙың яртыһы – эштән үҙ теләге менән киткән кешеләр. Рәсми рәүештәр теркәлгән эшһеҙҙәрҙең 20 проценты ойошманы ябыу, йәки штатты ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән киткән.