4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2012 йыл, 11:49

Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсына заявкалар ҡабул итеү дауам итә

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабына заявкалар ҡабул итеү 2012 йылдың 10 июленә тиклем дауам итә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сығыш яһай.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, еңеүселәр ҡиммәтле приздар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ конкурстың бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк.

Бәйгелә 14-30 йәштәрҙәге йәш эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Заявкалар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.

Конкурстың төбәк этабы һөҙөмтәләре Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ сайтында урынлаштырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы Өфөлә 10 майҙа старт алғайны.