3 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2012 йыл, 11:13

Рөстәм Хәмитов Safran компаниялар төркөмө етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

21 июндә Санкт-Петербургта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Safran француз компанияһының генераль директоры һәм рәйесе Жан-Поль Эртеман, холдингтың башҡарыусы вице-президенты Брунто Коттэ һәм Safran компанияһының Мәскәүҙәге вәкиллеге башлығы Марк Сорель менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов Жан-Поль Эртеманды Башҡортостанға саҡырҙы.

— Беҙҙә двигателдәр эшләү буйынса ҙур, ҡеүәтле завод бар, бөгөнгө көндә ул Рәсәй Федерацияһында беренсе урында килә, — тип билдәләне ул. – Уның етештереү программаһы үҫә һәм беҙҙә башҡарылырға тейеш эшмәкәрлек күләме менән ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Двигатель эшләүсе булараҡ, мин завод етәкселегенә бындай эште ойоштороу ни тиклем ауыр булыуын аңлайым. Беҙ кисә был предприятие директоры менән һөйләштек, мәсьәләне тикшерҙек. Һәм мин, әлбиттә, һеҙҙең компанияның беҙҙең предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүен теләр инем.

Башҡортостан Президенты Францияла Turbomeca («Турбомека») предприятиеһында булыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште.

— Был двигателдәр эшләү буйынса классик, шул уҡ ваҡытта заманса, модернизацияланған производство, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙгә бындай заводтар булдырғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә була. Беҙ бындай предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итергә теләр инек.

Жан-Поль Эртеман Safran компанияһының Рәсәй менән бына инде күп йылдар дауамында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.

— Вертолеттар өсөн двигателдәр эшләү өлкәһендә Safran менән Рәсәй араһындағы хеҙмәттәшлектең ҙур әһәмиәткә эйә булыуына ышанам, — тип һыҙыҡ аҫтына алды ул. — Өфө менән сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙермен. Ике яҡ та ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейеш. Киләсәктә беҙгә стратегик сараларҙы билдәләргә кәрәк.

Жан-Поль Эртеман республика Президентының саҡырыуын ҡабул итте һәм Өфөгә йыл аҙағына тиклем үк килергә әҙер булыуын билдәләне.