9 декабрь, Йома

22 июнь 2012 йыл, 10:02

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Хакасияла үткән конкурс лауреаты булды

автор: Розалия Вәлиева

З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Иҙел Аралбаев Хакасияла үткән «От Ыры» Халыҡ-ара этник эстрада фестиваль-конкурсының I дәрәжә лауреаты булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Иҙел Аралбаевҡа еңеүҙе «Буранбай» башҡорт халыҡ йыры килтерҙе.

Призлы урындар өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Молдова, Тыва, Тажикстан, Саха (Якутия) , Алтай һәм Иркутск өлкәһе вәкилдәре көс һынашты.

«От Ыры» фестивале Хакасияла бына инде 20-се тапҡыр үткәрелә, сара Үҙәк Азия һәм Себер халыҡтарының бай музыкаль мәҙәниәте менән таныштыра. Фестивалдә ҡатнашыусылар төрлө музыка жанрҙарында сығыш яһай.

Иҙел Аралбаев исеме Өфө халҡына яҡшы таныш. 22 йәшлек егет «Дуҫлыҡ моңо» фестивалендә, Заһир Исмәғилев исемендәге Халыҡ-ара конкурста, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсында – Гран-при, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында 1-се урын яуланы.