Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын 80 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Сәйәсәт

V «Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы сиктәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 80 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылыш үтте. Ғалимдарҙы ҡотларға юғары уҡыу йорттарынан, министрлыҡ һәм ведомстволарҙан, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр килде.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов институт коллективына ҡотлау хаты йүнәлтте, уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҡып ишеттерҙе.

Бөгөн, донъяның күпселек илдәрендә мәҙәниәтте глобалләштереү һәм унификациялау барғанда, йыш ҡына быуаттар төпкөлөнән килгән милли традициялар онотола, тиелә ҡотлауҙа. Шуға күрә тарих өлкәһендә, телде, милләтте һаҡлау өлкәһендә рухи тамырҙарыбыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү айырыуса мөһим.

— Бында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр ҙур роль уйнай, — тиелә ҡотлау хатында. – Институтта абруйлы ғилми мәктәптәр булдырылған, төбәк тарихы, башҡорт халҡының этнографияһы һәм антропологияһы, археология, фольклористика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы өлкәләрендә фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә. Бында «Башҡорт халҡының тарихы» һәм ғилми берләшмәнең юғары баһаһын алған башҡа ғилми хеҙмәттәр әҙерләнгән. «Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» конференцияһы кеүек мөһим сараның йола буйынса беҙҙә, Европа менән Азия осрашҡан ерҙә, үткәрелеүе ҡыуаныслы. Урал һәм Алтай халыҡтарын бер үк тамырҙар һәм уртаҡ тарих берләштерә. Күпселек төрки халыҡ мәҙәниәте республикала тығыҙ бәйләнештә үҫешә.

Конференция сиктәрендә үткәрелгән ғилми фекер алышыуҙар мәҙәниәт һәм телдәр диалогын өйрәнеүгә мөһим өлөш индерәсәк, тигән ышанысын белдерҙе Башҡортостан Президенты һәм ғалимдарға был юҫыҡта яңы уңыштар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть