10 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2012 йыл, 17:08

Башҡортостан Хөкүмәте менән «ИНТЕР РАО ЕЭС» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

21 июндә Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «ИНТЕР РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Ковальчук биш йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы, документ төбәк иҡтисадының энергетик һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҡулланыусыларҙы энергия менән ышаныслы тәьмин итеүгә, шулай уҡ республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Атап әйткәндә, яҡтар ғәмәлдәге энергетик ҡеүәттәрҙе яңыртыу, шулай уҡ яңы энергетика объекттарын төҙөү маҡсатында Башҡортостандың энергетика комплексына инвестиция ресурстарын йәлеп итеүгә һәм уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыуға булышлыҡ итергә, шулай уҡ республикала муниципаль предприятиеларҙың электр энергетикаһы компаниялары алдындағы дебитор бурыстарын түләү графигын әҙерләргә һөйләшеп килеште. Бынан тыш, «ИНТЕР РАО ЕЭС» төркөмө компаниялары һәм Башҡортостан Хөкүмәте алыҫ киләсәккә тарифтар формалаштырыу параметрҙарын һәм шарттарын билдәләргә, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй.

— Башҡортостанда бөгөн бер нисә инвестицион проект тормошҡа ашырыла, уларҙың һәр береһе 40 мегаватҡа тиклем электр энергияһын файҙаланыуҙы күҙ уңында тота, — тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта республикалағы энергетика системаһының мөмкинлектәре сикләнгән. Шуға күрә, йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп, киләсәктә Башҡортостанда энергетика ҡеүәттәрен ярайһы уҡ арттырыу өҫтөндә уйларға кәрәк.

— Башҡортостан «ИНТЕР РАО ЕЭС» өсөн яңы төбәк булып тора һәм компания төбәккә активтар менән идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле ысулдарын индерергә ниәтләй, — тип белдерҙе Борис Ковальчук. – Шул уҡ ваҡытта төбәк власы менән хеҙмәттәшлек итеү, бер яҡтан – республика ҡулланыусыларын энергия менән ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙе, икенсе яҡтан, ике яҡ өсөн дә отошло шарттарҙа иҡтисад һәм электр энергетикаһы бизнесы үҫешен гарантияларға ярҙам итәсәк.