Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала V «Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы асылды

Йәмғиәт

21 июндә Өфөлә V «Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы асылды, ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 80 йыл тулыуға арнала. Сараны ойоштороусылар булып Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй гуманитар ғилми фонды, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығыш яһай.

Конференцияла ҡатнашыусылар донъя цивилизацияһы, халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте, Урал-Алтай төбәгенең әҙәбиәте һәм фольклоры үҫеше контексында Урал-Алтай төбәге халыҡтарының тел һәм тарих проблемаларын, шулай уҡ төбәктәге хәҙерге заман этносәйәси хәлде, этномәҙәни һәм этнотел процестарын тикшерә.

Ғилми форум сиктәрендә өс симпозиум үтәсәк: «Башҡортостан Республикаһында гуманитар фәндәр: ҡаҙаныштар һәм перспективалар», «Ҡол Ғәлиҙең «Йософ Ҡиссаһы»на 800 йыл» һәм «Урал-Алтай халыҡтары мифологияһы һәм эпосы».

"Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә" беренсе Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы 2003 йылда Горно-Алтайскиҙа үтте, ҡалғандары, йола буйынса, Өфөлә үткәрелә. Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил төркиәтселәре араһында был сара ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Конференцияла Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша.

Конференция сиктәрендә бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 80 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылыш үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть