10 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2012 йыл, 14:03

Өфөлә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙары «ТӨРКСОЙ» почет билдәләре менән наградланды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

21 июндә Башҡортостандың Милли музейында «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарын «ТӨРКСОЙ» почет билдәләре менән наградлау тантанаһы үтте. Наградаларҙы Өфөгә рәсми визит менән килгән ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы.

— «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарына һәм төҙөүселәренә был почетлы билдәләрҙе тапшырыу минең өсөн оло хөрмәт, сөнки ул Башҡортостан өсөн генә күренекле шәхес булып тормай. Әхмәтзәки Вәлиди Туған исеме бөтә донъяға билдәле, — тине Дюсен Касеинов.

Наградланыусылар араһында — «Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығының уҡытыу үҙәге» директоры Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Ғәлим Хәсәнов, мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова, китап дизайнеры, «Белая река» нәшриәте хеҙмәткәре Юрий Илингин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, ғалим Салауат Ҡасимов.

— Китаптың күпселек өлөшөн билдәле мәғрифәтсенең тормошона ҡағылышлы документтар һәм фотолар тәшкил итә, ул шуның менән ҡәҙерле лә инде, — тип билдәләне БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова. – Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә китап файҙалы буласаҡ.

Шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың махсус премиялары менән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале лауреаттары, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Ирина Сапожникова һәм Валерия Исаева наградланды. Балериналар әлеге ваҡытта гастролдәрҙә йөрөй, шуға күрә наградаларҙы улар өсөн театрҙың генераль директоры Рөстәм Сабитов алды.