3 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2012 йыл, 13:12

Көйөргәҙе районында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

автор: Людмила Терновая

Көйөргәҙе районының Абдул һәм Ҡарай ауылдары халҡы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын үткәрҙе. Йылға буйындағы яланда ауыл халҡы һәм уларҙың ҡунаҡтары – туғандары, дуҫтары, таныштары, элекке күршеләре йыйылды.

Байрамса биҙәлгән майҙанда Абдул һәм Ҡарай ауылдары халҡы ихаталар һәм урамдар торошо буйынса смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһаны, концерт һәм күмәкләп сәй эсеү ойошторҙо. 18 кеше ауыл аҡһаҡалдары исемдәрен алды. Алтын туйҙарын билдәләгән алты пар тәбрикләнде. Шулай уҡ өй туйлаған Ниғмәтуллиндарға, мосолман дини традицияларын үтәп, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған Рәжәповтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 95 йәшлек Хөмәйрә Әмирйән ҡыҙы Хәсәнова һәм Миңлеямал Ғәлләм ҡыҙы Яҡупова байрамдың иң оло кешеләре булды.

Абдул ауылында йәшәүсе Лилиә Усманова тыуған ауылының шәжәрәһе менән таныштырҙы, уны ул аҡһаҡалдар хәтирәләре, тарихи сығанаҡтар буйынса төҙөгән.

темалар: байрамдар