Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәк башлығы XVI Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

21 июндә Санкт-Петербургтың «Ленэкспо» күргәҙмә залында XVI Халыҡ-ара иҡтисади форум асыла. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша.

Быйыл форум «Һөҙөмтәле лидерлыҡ» девизы аҫтында үтә. Глобаль көрсөктөң яңы тулҡынын булдырмау, финанс секторҙы көйләү сараның төп темалары буласаҡ. Энергетик хәүефһеҙлеккә, шулай уҡ пенсия һәм социаль өлкәләрҙәге Рәсәй реформаларын тикшереүгә, эшлекле мөхитте яҡшыртыуға, илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Көн уртаһында пленар ултырышта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сығыш яһауы көтөлә.

Ғәҙәттәгесә, форум сиктәрендә инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Былтыр бында 200 миллиард һумдан ашыу суммаға 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Сарала ҡатнашыусылар һәм уны ойоштороусылар фекеренсә, быйыл яңы рекорд ҡуйыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть