7 декабрь, Шаршамбы

21 июнь 2012 йыл, 9:23

Башҡортостан Президенты РФ элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоров менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Санкт-Петербургта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровтың эш осрашыуы үтте, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙа телекоммуникацияларҙы үҫтереү, электрон хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ «Ҡурай» юғары технологиялар технопаркын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы, уны булдырыу өсөн бина бүленде һәм профилле инвесторҙар табылды, тип һөйләне.

Осрашыуҙа шулай уҡ БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡатнашты.

темалар: бр президенты