7 декабрь, Шаршамбы

20 июнь 2012 йыл, 18:53

Рөстәм Хәмитов Lotte Group компанияһының директорҙар советы рәйесе менән осрашты

автор: Сергей Захаров

20 июндә Санкт-Петербургта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Lotte Group компанияһының директорҙар советы рәйесе Шин Донг Бин менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Осрашыу барышында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре һәм Башҡортостанда Көньяҡ Корея конгломератының инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов республикала ижтимағи-сәйәси хәлдең тотороҡло булыуын, инвесторҙар өсөн һалымдар буйынса ташламалар булдырылыуын һәм Көньяҡ Корея эшҡыуарҙары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү миҫалдары булыуын билдәләне.

— Беҙ Lotte Group компанияһы менән эшләргә теләр инек һәм үҙебеҙҙең яҡтан мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға әҙербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шин Донг Бин Башҡортостан Президентына үҙе етәкселек иткән компаниялар төркөмө хаҡында һөйләне, Lotte Group компанияһының керем күләме буйынса Көньяҡ Кореяла бишенсе урын биләүе хаҡында әйтте. 2011 йылда был күләм 65 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән.

Уның һүҙҙәренсә, компания Мәскәүҙә ҡунаҡханалар һәм сауҙа үҙәктәре төҙөгән, Калуга өлкәһендә фабрика асҡан, Приморье крайының агросәнәғәт комплексына инвестициялар һала. Яҡын арала компания Татарстанда инвестицион проектты тормошҡа ашырырға планлаштыра.