Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә рәсми визит менән ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары килде

Йәмғиәт

Өфөгә рәсми визит менән Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов килде.

Визит сиктәрендә кесе йома, 21 июндә, Милли музейҙа Дюсен Касеинов «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарына һәм төҙөүселәренә — ТӨРКСОЙ-ҙың иҫтәлекле билдәләрен, Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале лауреаттарына ТӨРКСОЙ-ҙың махсус премияларын тапшыра. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Шул уҡ көндө Дюсен Касеинов төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең II «Аҡ торна» Халыҡ-ара конкурсының ойоштороу комитеты эшендә һәм М.Ф.Ахундов йылын, Н.Катанов йылын үткәреү буйынса эш төркөмө кәңәшмәһендә ҡатнашасаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халыҡ-ара телдәр һәм уларҙы уҡытыу методикаһы кафедраһында көнсығыш телдәре кабинетын асыу тантанаһы һәм юғары уҡыу йорто профессорҙары һәм уҡытыусылары менән осрашыу үтә. Генераль секретарь Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәт институтына 80 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнаша.

Бынан тыш, Дюсен Касеинов Өфөнөң бер нисә мәҙәни учреждениеһына барырға, шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һәм БР Милли симфоник оркестры концертында булырға планлаштыра.

Теги: төрксой
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть