Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Юрий Пустовгаров Сауҙа-сәнәғәт инновация фонды Советына инде

Иҡтисад

Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Сауҙа-сәнәғәт инновация фонды Советын булдырҙы. Илдең йөҙгә яҡын сауҙа палатаһынан ни бары ике Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре (Башҡортостан Республикаһынан һәм Пермь крайынан) Фонд Советы составына инде, ул өс йылға бер һайланасаҡ.

Яңы инновация фонды етәкселеге составына Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров инде. Был Башҡортостанда инновацион эшҡыуарлыҡ үҫешенә юғары баһа биреү тураһында һөйләй, быға БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеге булышлыҡ итте.

Фонд Советына, Юрий Пустовгаров менән бер рәттән, йәнә алты кеше инде. Улар иҫәбендә — Сауҙа-сәнәғәт инновация фондының генераль директоры Сергей Безсмертный, Идара рәйесе, Пермь крайының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Биматов, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү буйынса комитет рәйесе, Мәскәү Халыҡ-ара Бизнес Ассоциацияһының генераль директоры Александр Борисов, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Александр Захаров, ВТБ24 банкы вице-президенты, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының шәхси эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса комитет рәйесе Надежда Карисалова, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Департаментының инновацион эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бүлек мөдире Александр Ломаченко.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Палата тарафынан инновацияларға ярҙам фондын, йәғни Сауҙа-сәнәғәт инновация фондын булдырыу тураһындағы ҡарар 2011 йылдың 28 октябрендә РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһының Владимир Путин ҡатнашлығындағы киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть