3 декабрь, Шәмбе

20 июнь 2012 йыл, 15:44

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй почтаһы» хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

20 июндә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы араһында республикала почта элемтәһен камиллаштырыу һәм үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеген яҡшыртыу документтың төп маҡсаты булып тора.

— Республикала «Рәсәй почтаһы»ның 1300-ҙән ашыу бүлексәһе иҫәпләнә. Ул Башҡортостандағы ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора, унда 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Беҙ артабан да «Рәсәй почтаһы» менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға, үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә, хеҙмәттәшлек итеү даирәһен киңәйтергә тырышасаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.

Почта элемтәһе хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән берлектәге эшмәкәрлекте координациялау килешеп эш итеүҙең төп йүнәлеше булып тора. Артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн йәнә бер мөһим йүнәлеш – «Рәсәй почтаһы»ның фәнни, техник, мәғлүмәти һәм производство мөмкинлектәрен үҫтереү.

— Хөкүмәттең яңы составы билдәләнгәндән һуң, дәүләттең «Рәсәй почтаһы»на ҡарата иғтибары ҡапыл артты. Шул уҡ ваҡытта беҙ Башҡортостан Республикаһынан мөһим үҙгәрештәр көтмәйбеҙ, сөнки республика етәкселеге менән федераль почта операторы араһындағы мөнәсәбәттәр кимәле һәр ваҡыт конструктив булды. Тик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү генә беҙҙең барыбыҙға ла күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт ҡалырға мөмкинлек бирәсәк, — тип иҫәпләй «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Игорь Мандрыкин.