10 декабрь, Шәмбе

20 июнь 2012 йыл, 14:42

Йыл аҙағында Стәрлетамаҡта боҙ аренаһы асыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Стәрлетамаҡта боҙ һарайын төҙөү дауам итә. Эштәрҙең күпселек өлөшө башҡарылған да инде. Шулай уҡ төҙөүселәр бина биләмәһен төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә.

Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы аренала фигуралы шыуыу һәм хоккей буйынса тренировкалар үткәреләсәк. Арена трибунаһына 2500-гә яҡын кеше һыя. Комплекс составына универсаль спорт залы ла инәсәк, унда төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп буласаҡ.

Объект «2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ағымдағы йылдың декабренә планлаштырылған.

темалар: төҙөлөш,спорт