3 декабрь, Шәмбе

20 июнь 2012 йыл, 13:39

Республика бюджетына 46,8 миллиард һум килем килгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының 2012 йылдың 1 майына ҡарата мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктең тупланма бюджетына 46,8 миллиард һум күләмендә килем килгән. Дөйөм суммала физик шәхестәр килеменә һалым өлөшө — 23,3 процент, ойошмаларҙың табышына һалым өлөшө — 21,7 процент, Рәсәйҙә һатылған тауарҙарға (эштәргә, хеҙмәттәргә) һалым өлөшө — 9,3 процент, мөлкәткә һалым өлөшө — 8,3 процент тәшкил иткән.

Ошо уҡ осорҙа тупланма бюджет сығымдары 42,8 миллиард һум тәшкил иткән. Рәсми статистика хәбәр итеүенсә, сығымдарҙың ҙур өлөшө социаль өлкә менән бәйле. Шулай итеп, мәғарифты финанслауға – 14,4  миллиард һум (33,7%), һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә — 9,6 миллиард һум (22,3%), социаль сәйәсәтте финанслауға 6 миллиард һум (14,0%) йүнәлтелгән. Милли иҡтисад – 4,6 миллиард һум (10,8%), торлаҡ-коммуналь хужалҡ 2,3 миллиард (5,5%) алған, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә сығымдар 496,1 миллион һум тәшкил иткән.