Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

1 июлдән 5 проценттан күберәк алкоголь булған һыра һатыу тыйыла

Иҡтисад

2012 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә балалар, белем биреү, медицина ойошмаларында, мәҙәниәт учреждениеларында, спорт объекттарында һәм уларҙың биләмәләрендә биш проценттан күберәк этил спирты булған һыра һатыу тыйыла. Бынан тыш, 218-се Федераль закон бөтә төр йәмәғәт транспорты, туҡталыу пункттары, автомобилдәрҙе заправкалау станцияларына, шулай уҡ стационар булмаған сауҙа объекттары, граждандарҙың күпләп йыйылған урындарына, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары менән билдәләнгән үтә хәүефле сығанаҡтар булған урындарға ла ҡағыла.

2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем был тыйыу биш процентҡа тиклем этил спирты булған һыра һатыуға ҡағылмай. Өҫтәүенә ул дөйөм туҡланыу хеҙмәттәрен күрһәткән стационар булмаған объекттарға ла ҡағылмай, тип хәбәр ителә Өфө хакимиәте сайтында.

Мәҫәлән, Өфөлә генә бындай тыйыу 350 стационар булмаған сауҙа объектына ҡағыласаҡ. 2013 йылдың 1 ғинуарынан был исемлекте йәнә 500 стационар булмаған сауҙа объекты тулыландырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть