6 декабрь, Шишәмбе

20 июнь 2012 йыл, 11:01

Башҡортостанда фотоконкурс старт алды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда фотоконкурс старт алды. Ул 2012 йылда республикала тыуған балалар араһында Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә. Бәйгене БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы ойоштора.

Конкурс өс этапта үткәрелә. 1 октябргә тиклем дауам итәсәк беренсе тур сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар бала тыуыуҙы теркәү урыны буйынса – урындағы ЗАГС бүлектәренә сабыйҙарҙың фотоларын ебәрергә тейеш. 1 октябрҙән 1 декабргә тиклем конкурс комиссияһы эштәргә баһа бирә. Иң яҡшы фотоларҙың авторҙары декабрь дауамында дипломдар менән наградланасаҡ.

темалар: конкурстар