5 декабрь, Дүшәмбе

19 июнь 2012 йыл, 18:46

Төбәктә сәнәғәт производствоһы индексы 106,8% тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2012 йылдың ғинуар-май айҙарында үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 106,8 процент тәшкил итте. Республика статистиктары «файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу», «эшкәртеү производстволары», «электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү» кеүек эшмәкәрлек төрҙәрен анализлаған.

Иң юғары үҫеш эшкәртеү производстволарында күҙәтелә (8,8 процентҡа). Шул иҫәптән текстиль һәм теген производствоһы биш ай эсендә 22,2 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта күндән изделиелар етештереү, ағас эшкәртеү, кокс һәм нефть продукттарын етештереү өлкәләрендә кире динамика күҙәтелә.

Рәсәй Федерацияһы буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2011 йылдың ғинуар-май айҙарына 103,4 процент тәшкил итте. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса был күрһәткес төрлөсә:  Мордовия Республикаһында 99,1 процент булһа, Сыуашстанда ул 117,3 процентҡа етә.