4 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2012 йыл, 18:10

Республика балалары Санкт-Петербургта халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Республиканан 20 бала Санкт-Петербургҡа юлланды. Улар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың бишенсе Халыҡ-ара ижади фестиваль-конкурсында ҡатнашасаҡ.

Йәмғиәттең иғтибарын инвалид балаларҙың ижадына йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып тора. Бынан тыш, фестиваль төрлө илдәрҙәге инвалид балаларҙың ижади бәйләнештәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандан ҡатнашыусылар музыка, бейеү сәнғәте, шулай уҡ һынлы сәнғәт кеүек номинацияларҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева һүҙҙәре буйынса, республиканың йәш таланттары был конкурста тәүгә ҡатнаша.

– Нигеҙҙә Башҡортостан исеменән II «Таланттар йондоҙлоғо» асыҡ республика һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында еңеүселәр һәм уның призерҙары сығыш яһаясаҡ. Был конкурс үткән йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында Өфөлә үтте, — тип аныҡлыҡ индерҙе Эльмира Кожаева.

Фестиваль Рәсәй Хөкүмәте, РФ Дәүләт Думаһы, РФ Дәүләт Думаһының Федерация Советы, Санкт-Петербург Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә.