Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында ыңғай динамика күҙәтелә

Иҡтисад

Йыл башы менән сағыштырмаса, Өфөлә эшкә урынлашыу кимәле күпкә күтәрелде. Шулай итеп, әгәр 2012 йылдың 1 февраленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан баш ҡалаһында был күрһәткес 60,5 процентҡа тиң булһа, июнь башында ул 79,1 процент тәшкил итте. Йыл башынан алып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге йәмғеһе 8300-ҙән ашыу кешене эшкә урынлаштырҙы.

Шундай уҡ ыңғай динамика Өфөлә эш эҙләүселәр һанының кәмеүендә лә күҙәтелә. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты, йәки бер вакансияға дәғүә итеүсе эшһеҙ граждандар һаны, 1,1-ҙән (2012 йылдың ғинуары) 0,4-кә (ошо уҡ йылдың июне) кәмене.

Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле, ағымдағы йылдың 1 ғинуары менән сағыштырмаса, 1 июнгә 1,59-ҙан 1,38 процентҡа тиклем кәмене, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть