Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан табиптары – Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

Йәмғиәт

Республиканың алты табибы XI «Йылдың иң яҡшы табибы» бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары булды. Еңеүселәр 33 номинацияла билдәләнде.

«Иң яҡшы врач-невролог» номинацияһында Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһы табибы Радмир Шахмәмәтов икенсе урын яуланы, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Өсөнсө урынға бер юлы бер нисә табип лайыҡ булды. Улар иҫәбендә — 8-се стоматология поликлиникаһы врач-ортопеды Алла Йыһаншина («Иң яҡшы стоматолог» номинацияһы), 1-се Республика психиатрия дауаханаһы эксперты, баш табип урынбаҫары Галина Захарова («Иң яҡшы психиатр-нарколог» номинацияһы), Республика кардиология диспансерының бүлек мөдире Дмитрий Онегов («Иң яҡшы йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы» номинацияһы) һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан ике вәкил – Шамил Сафин («Иң яҡшы врач-нейрохирург» номинацияһы) һәм Ирина Абдрахманова («Иң яҡшы врач-фтизиатр» номинацияһы).

«Йылдың иң яҡшы табибы» бөтә Рәсәй премияһы 2001 йылдан тапшырыла. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен РФ субъекттарының һаулыҡ һаҡлау идараһы органдарының, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының комиссиялары тикшерә, бынан һуң Мәскәүҙәге үҙәк комиссия вәкилдәре үҙ баһаһын бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть