4 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2012 йыл, 16:43

1 июлдән төбәктә дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәрҙе.

1 июлдән оклад күләме, шулай уҡ профессиональ квалификацион төркөмдәр буйынса минималь окладтар билдәләү өсөн база берәмеге күләме 1,14 тапҡырға арта.

Хөкүмәткә дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү буйынса саралар күрергә ҡушылды, ә урындағы үҙидара органдарына шундай уҡ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын ваҡытында күтәреүҙе тәьмин итергә тәҡдим ителә.

Сығымдар тейешле бюджеттар һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды средстволары иҫәбенә финансланасаҡ.

Указ 1 июлдән үҙ көсөнә инә. Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының эш хаҡын күтәреүгә ҡағылышлы положениелар иһә 2012 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инә, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.