5 декабрь, Дүшәмбе

19 июнь 2012 йыл, 15:11

Өфө сауҙа күсемһеҙ милкен үҫтереү мөмкинлектәре буйынса Волга буйында лидерҙар иҫәбендә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Сауҙа күсемһеҙ милкен үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса Өфө Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Бындай мәғлүмәттәр менән Волга буйы федераль округында сауҙа күсемһеҙ милке баҙарын анализлаған «Welhome» компанияһы таныштыра. Аналитиктар иҫәпләүенсә, Башҡортостан баш ҡалаһында, Пермь менән бер рәттән, сифатлы сауҙа үҙәктәре менән тәьмин ителеш сағыштырмаса түбән кимәлдә. Тикшеренеү сиктәрендә сифатлы сауҙа үҙәктәре буйынса мәғлүмәт ҡулланылған.

Һамар һәм Ҡазан сауҙа майҙандары менән яҡшы тәьмин ителгән ҡалалар иҫәбендә: 1000 кешегә 381 һәм 331квадрат метр. Иң түбән күрһәткестәр иһә Һарытау һәм Ульяновскиҙа: 1000 кешегә 70 һәм 69 квадрат метр.