Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә 1330 уҡыусы математика буйынса БДИ тапшыра алманы

Йәмғиәт

Башҡортостанда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 25733 кеше тапшырҙы, шуларҙың 13330-ы ( 5,16%) минималь баҫҡысты үтә алманы. Былтыр 668 уҡыусы  «икеле»  билдәһе алғайны. Төбәктә 100 баллыҡ һөҙөмтә юҡ. Уртаса балл 49,36 тәшкил итә, был 2011 йылға ҡарағанда 6,14-кә кәмерәк. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының белем сифатына һәм БДИ-ға баһа биреү бүлеге начальнигы Зәки Мырҙагилдин хәбәр итте.

Был күрһәткестәрҙең аппеляцияға биреү процедураларынан һуң үҙгәреүе лә мөмкин. Математиканан БДИ балдары менән килешмәү тураһында аппеляция 21 июндә — 14-тән 18 сәғәткә тиклем, 22 июндә 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында үтә.

Аппеляцияға ғаризалар 1АП формаһында үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса 19, 20, 21 июндә — иртәнге 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем, шулай уҡ 22 июндә 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем вестибюлдә ҡабул ителә, 13 сәғәттән 14-кә тиклем – тәнәфес. Ғаризаларҙы шул уҡ формала мәктәптә һөҙөмтәләр иғлан ителгәндән һуң тәүлек әйләнәһенә apellyacia@mail.ru электрон почтаһы аша 22 июндә сәғәт 8-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Һуңлап бирелгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, математика һәм рус теле Берҙәм дәүләт имтиханының мотлаҡ предметтары булып тора. Уларҙың һөҙөмтәләре аттестация алыуға йоғонто яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть